Map Graph

Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы

Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының урта профессиональ белем биреү дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы. 1932 йылдың 15 октябрендә иҫәп-бухгалтерия хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү өсөн Өфө планлы-иҡтисад техникумы булараҡ ойошторолған. 1942 йылдан — Өфө статистика техникумы, 1967 йылдан — Өфө иҫәпте механизациялау техникумы, 1990 йылдан —Өфө информатика һәм иҫәпләү техникаһы техникумы, 1992 йылдан — хәҙерге исеме менән. 1935 йылда беренсе тапҡыр 35 дипломлы иҫәп хеҙмәткәрҙәре сығарыла. 26 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2015).

Read article